Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Ғинуар , 10:30

Һолонан һауыҡтырыу эсемлеге

Бер стакан һоло эсемлеген генә эсеп, организмды нығыта алаһығыҙ. Һоло эсемлеге витаминдарға бай.

Һолонан һауыҡтырыу эсемлеге
50 г һоло, 4 бөртөк курага, 4 бөртөк инжир, 2 аш ҡалағы йөҙөм, 1 аш ҡалағы бал, 300 мл һыу.
Бер стакан һоло эсемлеген генә эсеп, организмды нығыта алаһығыҙ. Һоло эсемлеге витаминдарға бай. Уны хатта балаларға һәм үҫмерҙәргә лә бирергә мөмкин, сөнки ул организмды кәрәкле витаминдар менән туҡландыра.
Һолоны йыуығыҙ. Курага һәм инжирҙы турағыҙ. Балдан башҡа бөтә компоненттарҙы бәләкәй генә кәстрүлгә һалып, ҡайнар һыу менән ҡойоп, 15 минут ҡайнатығыҙ. Унан эсемлекте термоста 3 сәғәт тотоғоҙ. Блендерҙа өйрөлтөп алығыҙ, тәбиғи бал өҫтәгеҙ һәм яҡшы итеп болғатығыҙ. Йылы килеш эсегеҙ.
Көнөгөҙҙө һоло эсемлегенән башлағыҙ һәм һеҙ арыуҙы һәм һалҡын тейеүҙе оноторһоғоҙ!
Һау булайыҡ!

 

Сығанаҡ: Башдонъя

Автор:
Читайте нас: