Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Ғинуар , 15:37

Күҙҙәрегеҙ яҡшы күрһен өсөн

Компьютерҙар, телефондар, гаджеттарҙың  күҙҙәргә кире йоғонтоһо көслө. Күптәр насар күрә башлауға зарлана. Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн нимә эшләргә һуң?

  • Бер үк күләмдә ҡара көртмәле менә ҡурай еләген алып бутарға һәм өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсергә. Әйткәндәй, ҡара көртмәле күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе, уны мөмкин тиклем күберәк ашарға кәрәк.   
  • Өс көн буйы өс-дүрт сәғәт һайын лимонник  емешен йәшел сәйгә ҡушып ашарға.
  • 4 – 6 ҡалаҡ ваҡлап киптерелгән аҡтамыр тамырына алты стакан таҙартылған һыу ҡойоп, ошо күләмдең дүрттән бер өлөшө быуға әйләнеп осоп бөткәнсе бешерергә.  Әҙер төнәтмәне  көнөнә дүрт – биш тапҡыр  берәр ҡалаҡ эсергә.
  • Ҡалаҡтың дүрттән бер өлөшөндәге балды ҡаты итеп бешерелгән ярты стакан сәйгә ҡушып бутарға. Был төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр бишәр тамсы күҙгә тамыҙырға.     
  • Төнгөлөккә берәр стакан баллы һыу эсергә (бер стакан таҙартылған һыуға – берәр балғалаҡ бал).
  • Көн һайын кәмендә бер стакан яңы һығылған кишер һутына ярты балғалаҡ зәйтүн майы ҡушып эсегеҙ.
  • Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн иң яҡшы сараларҙың береһе – гөлйемеш төнәтмәһе. Ул ошолай әҙерләнә: ике стакан ҡайнар һыуға  өс-дүрт балғалаҡ  ваҡланған гөлйемеш емеше һалып, 5 минут ҡайнатырға.  Бер стакан ошо төнәтмәгә бер балғалаҡ бал ҡушып эсергә.
  • Шулай уҡ көнөнә 150 г имбирь менән ҡыҙыл сөгөлдөр салатын  берәр балғалаҡ лимон һуты һәм зәйтүн майы менән бутап ашағанда, күреү һәләте яҡшырыр. 
  • Ике стакан һыуға ике балғалаҡ ваҡланған кесерткән һалып, биш минут ҡайнатырға һәм һөҙөп алғандан һуң йәшел сәй ҡушып, көнөнә яртышар стакан эсергә. 
  • Бер стакан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ кипкән тырнаҡ гөлө һалып, йылы урында өс-биш минут төнәтергә һәм һөҙөргә. Әҙер төнтәмәне  дүрт – алты сәғәт һайын  берәр стакан эсергә.   Бал өҫтәргә онотмағыҙ.
  • Бер стакан укроп орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Биш минуттан һуң шуны әҙ-әҙләп йотомлап эсергә. Көнөнә ике тапҡыр эсергә.
Автор:
Читайте нас: