Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
10 Ғинуар , 16:05

Хужабикәгә кәңәштәр

Тәмле, һутлы кәтлит бешереү өсөн икмәкте һөттә түгел, ә...    

ә ҡайнап һыуытылған һыуҙа ебетергә кәрәк. Һөттә ебетһәң, ҡыҙҙырғанда һөт һәм ит аҡһымдары үҙ-ара буталып, кәтлиттәр ҡоро булып бкшәсәк. Тағы ла һутлыраҡ булһын өсөн кәтлит әүәләгәндә эсенә берәр киҫәк боҙ йәки туң май һалып ҡалдырығыҙ. 

Шулай уҡ үткәрелгән иткә йомортҡа урынына крахмал ҡушһаң (ярты кило иткә 1 балғалаҡ иҫәбенән), кәтлиттәр таралмаҫ һәм ҡабарып бешер. Иткә һуған ҡушырға уйлаһағыҙ, уны ит турағыс аша үткәрмәгеҙ - турап һалығыҙ.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-05-10/huzhabik-g-k-sht-r-3761170?ysclid=m5qni4rcle878042616 

Автор:
Читайте нас: