ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Ғинуар 2025, 07:05

Ябығырға ярҙам итә

Рецепты биреүселәр әйтеүенсә, был – артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу өсөн фантастик ысул! 

Сәскәле кәбеҫтәнән иҙмә. Венгр фитнес-тренеры тәҡдиме, имеш.

Кәрәк: бер баш сәскәле кәбеҫтәгә өс ҡалаҡ ҡаймаҡ, бер ҡалаҡ аҡ (яратһағыҙ, зәйтүн майы ла ярай) май, тәменсә тоҙ, борос, йәшел һуған самалап алығыҙ.

Кәбеҫтәне бешерергә лә, турарға. Блендерҙа крем һымаҡ булғансы иҙергә. Май, ҡаймаҡ, тоҙ, борос ҡушырға. Төҫ бирергә теләһәгеҙ, куркума һалырға мөмкин. Йәшел һуған турап һибергә.

Иғтибар! Артыҡ мауығып китмәгеҙ, тиҙ ябығам, тип ҡоро иҙмә ашап ҡына ултырып булмай ҙа инде)))

Автор:
Читайте нас