ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Ғинуар 2025, 07:51

Йүтәлдән нисек ҡотолорға?

Дарыуҙар ярҙам итмәгәндә халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итегеҙ. Беҙҙән һеҙгә бер нисә кәңәш...  

Йүтәл йонсотҡанда 1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ һәм 1 ҡалаҡ аҡ май, 1 ҡалаҡ бал, бысаҡ осонда сода, 1-2 тамсы йод өҫтәгеҙ. Был эсемлекте көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан йылы көйөнсә яртышар стакан эсергә. Һыуытҡыста һаҡларға.

1 стакан туралған кәбеҫтәгә биш стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыу быуында тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3 - 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә.

Үгәй инә үләненә йәки һөйәл үләненә ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә лә, ашар алдынан 2-3 аш ҡалағы эсһәң, йүтәлде баҫа.

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-01-01/y-t-ld-n-nisek-otolor-a-4073043?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816 

Автор:
Читайте нас