“Һеҙҙең өсөн финик пальмалары һәм виноград үҫтерҙек, уларҙың һутлы емешен ҡыуанып ашарһығыҙ” (Әл-Мөьминун” сүрәһенән).
Йөҙөм витаминға, минераль матдәләргә бай. Виноград ауыр физик һәм аҡыл көсөргәнеше кисергән кешеләр өсөн айырыуса файҙалы. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, составындағы ҡайһы бер матдәләр яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә.
ВИНОГРАДТЫҢ ФАЙҘАҺЫ:
Витаминдарға бик бай, бигерәк тә С һәм К витаминдарына. К витамины һөйәктәргә һәм ҡандың ойошоусанлығы өсөн файҙалы
Ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта
Организмдан ауыр металдарҙы сығара
Йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай
Сәс, тырнаҡ, теш һәм һөйәктәрҙе нығыта
Ҡандағы шәкәр кимәлен түбәнәйтә
Яңы һығылған һуты баш ауыртыуҙан (мигрень) ярҙам итә
Винограф япраҡтары бешкән һыу ир-егеттәрҙең потенцияһына ыңғай йоғонто яһай
ЙӨҘӨМДӨҢ ФАЙҘАҺЫ:
Кальций күп булыуы һөйәктәргә яҡшы
Калий һәм магний кислоталылыҡты кәметә һәм токсиндарҙы сығара
Коллаген һәм эластин тиҙ ҡартайыуҙан һаҡлай
А һәм Е витаминдары тирене һығылмаланлдыра һәм дымландыра
Йөҙөм – тәбиғи энергетик. Буласаҡ әсәйҙәргә был бик файҙалы
Шлактарҙан, эс ҡатыуҙан, эс китеүҙән дә ярҙам итә. Күҙәнәклеккә бай
Ашҡаҙан-эсәк юлы насар эшләгәндә файҙалы
Кариес һәм ҡаҙна ауыыруҙарынан аранырға булышлыҡ итә
Диабет менән яфаланған кшееләргә йөҙөм ашау кәрәк, составында шәкәр юғары булһа ла, ул организмдағы глюкоза кимәлен түбәнәйтә
ЗЫЯНЫ:
Виноград һәм йөҙөм юғары калориялы булғанлыҡтан, уларҙы II типтағы диабет, һимереү, бауыр циррозы менән яфаланыусыларға күп ашарға ярамай.
Ашҡаҙан һәм бөйән язваһы, туберкулездың әүҙем формаһы булғанда ла был емештәрҙе ашауҙан тыйылырға кәрәк.
Йөҙөмдө буяуҙары ихтимал, шуға аллергия менән яфаланыусыларға ла һаҡ булырға кәрәк.
Виноград емештәре тештең эмален бөтөрә, шуға уны ашағандан һуң ауыҙҙы сайҡатырға кәрәк.
Сығанаҡ һәм фото: "Рухиәт, доғалар" төркөмө