Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
6 Декабрь , 16:33

Ҡапыл асыҡһаң...

Ашағы килеүҙе баҫҡан, өҫтәүенә калорияһы ла аҙ булған аҙыҡтар исемлеген тәҡдим итәбеҙ.

Эштә саҡта тиҙ генә ашағы килгән мәлдә шоколад йәки кәнфит менән сәй эсәбеҙ. Ҡамыр ризығын да ашап ҡуябыҙ. Былар бөтәһе лә – юғары калориялы ризыҡтар. Шуға ла ашағы килеүҙе баҫҡан, өҫтәүенә калорияһы ла аҙ булған аҙыҡтар менән туҡланыу мөһим. Ә улар бик күп.
 
Эремсек менән бал. Калорияһы ла аҙ, әҙерләргә лә ваҡытты алмай.
 
Бешкән алма тәмле лә, файҙалы ла. Уны таҙартып, газ мейесендә пергамент өҫтөнә ҡуйып, 20 минут бешерегеҙ.
 
Йогуртҡа ҡабаҡ төшө һалып ашағыҙ.
 
Ананас менән грейпфрут салаты ла тәмле. Уларҙа калорий бөтөнләй юҡ.
 
Кишерҙе ҡырып, йөҙөм ҡушып ашап алығыҙ.
 
Алманы киҫәктәргә бүлеп, өҫтөнә ер сәтләүеге (арахис) майы тамыҙып ашағыҙ.
 
Кефир йәки ряженка эсегеҙ.
 
Йогуртҡа банан турап ашау ҙа дөрөҫ.
 
Иң мөһиме: һау-сәләмәт булығыҙ!
 
 
Автор:
Читайте нас: