Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
30 Ноябрь , 10:50

Был аҙыҡты икенсе көнгә ашарға ярамай

Байрамдарға хужабикәләр, ғәҙәттә, майонезлы салаттар әҙерләй. Улар, ҡағиҙә булараҡ, ике-өс көн һаҡлана. Был етди ағыуланыуға килтереүе ихтимал...

Беҙҙең халыҡта аҙыҡты бер нисә көнгә етерлек итеп, күберәк әҙерләргә күнегелгән. Тик бына ҡайһы бер ризыҡты шул уҡ көндө ашарға кәрәк икәнлеген беләһегеҙме? Икенсе көндө улар һаулыҡ өсөн зыянға әйләнә. Бына улар:

Йәшелсә салаты. Ғалимдар әйтеүенсә, киҫелгән һәм таҙартылған йәшелсәне 4 градустан юғарыраҡ температурала 12 сәғәттән ашыу һаҡларға ярамай. Тимәк һыуытҡыс та ярҙам итмәйәсәк. Шулай булғас, йәшелсәне йә бер ашарлыҡ итеп әҙерләргә, йә туңдырырға кәрәк. Организмға зыянды оҙаҡ һаҡланғанда барлыҡҡа килгән нитраттар килтерә. Ашағас, улар кислород етмәүгә килтерә, ашҡаҙан-эсәк тракты менән проблемалар тыуҙыра һәм хатта яман шеш булдырыу хәүефенә лә килтерә.

Дөгө. Бөйөк Британияның аҙыҡ-түлек стандарттары буйынса агентлығы билдәләүенсә, сей дөгө ярмаһында кешеләр өсөн хәүефле бик күп бактерияларҙың споралары бар. Дөгө бешергәндә бактерияларҙың күпселеге һәләк була. Ләкин, миҫал өсөн, тупраҡтан дөгө ярмаһына ингән ҡайһы бер төр бактериялар тере ҡала. Бер нисә көнгә ҡалдырылған дөгө ярмаһында бактерияларҙың споралары терелә һәм үҫешә. Бындай дөгө ағыуланыуға, ҡоҫоуға, эс китеүгә, эс ауыртыуға килтереүе мөмкин. Бүлмә температураһында дөгө ярмаһы бик тиҙ хәүефлегә әйләнә. Шуға күрә уны бик күп бешергәнһегеҙ һәм ташларға теләмәгән осраҡта, аҙыҡты һыуытҡысҡа йәки туңдырғысҡа алып ҡуйыу яҡшыраҡ.

Майонезлы салаттар. Байрамдарға хужабикәләр, ғәҙәттә, майонезлы салаттар әҙерләй. Улар, ҡағиҙә булараҡ, ике-өс көн һаҡлана. Был етди ағыуланыуға килтереүе ихтимал. Майонезлы салаттарҙы ике градустан дүрт градусҡа тиклем температурала ла һыуытҡыста бер тәүлектән артыҡ һаҡларға ярамай. Айырыуса уларҙы бүлмә температураһында оҙаҡҡа ҡалдырырға ярамай. Роспотребнадзорҙың Мәскәү өлкәһе буйынса идаралығының туҡланыу гигиенаһы буйынса күҙәтеү бүлеге начальнигы Надежда Раева майонез салаттарын әҙерләнгәндән һуң 12 сәғәт үткәс тә ҡулланырға ярамай, ти.

Фото: wallbox.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: