Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
29 Ноябрь , 14:40

Яңы йыл табынына иҫ киткес тәмле бәлеш бешерегеҙ

Был рецепты мотлаҡ һаҡлап ҡуйығыҙ.

Яңы йыл табынына иҫ киткес тәмле бәлеш бешерегеҙ
Яңы йыл табынына иҫ киткес тәмле бәлеш бешерегеҙ

Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан уңған хужабикә Рәйлә апай Атйетәрованың тағы ла бер шәп рецебы менән уртаҡлашабыҙ. Яңы йыл табынығыҙҙы йәмләп ултырырлыҡ тәмле ризыҡ был.

– Был рецепты ыуалып торған (песочное) ҡамырға күрәгә менән сәтләүек һалып бешерәһең. Бер йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 100 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм йылы аҡ май, бер сәй ҡалағы сода, 300-400 грамм он һалып ҡамыр баҫырға ла һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Бер аҙҙан уны алып өс өлөшкә бүлергә. Беренсе өлөштө йәйеп, өҫтөнә 200 грамм күрәгәне йыуып ит турағыс аша сығарып, 100 грамм шәкәр менән болғатып ҡамыр өҫтөнә һыларға, шунан икенсе өлөштө йәйеп, 200 грамм сәтләүекте төйөп, 100 грамм шәкәр менән болғатып, ҡамыр өҫтөнә һалырға. Бәлештең өҫтөнә һибергә ике-өс ҡалағын алып ҡалырға кәрәк. Өсөнсө өлөш ҡамырҙы йәйеп, бәлеште ҡаплағас, өҫтөнә бер йомортҡа һарыһын 1-2 сәй ҡалағы һөт ҡушып болғатып һөртөргә һәм  сәтләүекте һибергә, - тине Рәйлә апай.

Бешереүе еңел генә, ләкин иҫ киткес тәмле бәлеш менән яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле.

Фото: Рәйлә Атйетәрова.

Автор:
Читайте нас: