Интернетта лавр япрағы тураһында яҙма осраны. Баҡтиһәң, ул юғары ҡан баҫымын, шәкәр кимәлен көйләй, йүтәлде баҫа, бәүел ҡыуа һәм артыҡ ауырлыҡты кәметә ала.
Әҙерләү бик ябай һәм еңел: бер литр һыуҙы ҡайнатып, шуға өс лавр япрағы төшөрөгөҙ ҙә, утты һүндерегеҙ һәм кәстрүлдең ҡапҡасын ябып, 10 минутҡа ҡалдырығыҙ. Төнәтмә әҙер!
Ниндәй осраҡтарҙа ярҙам итә? Был төнәтмә – бәүел ҡыуыу, ревматология, шешенеүгә ҡаршы сара, ул аш эшкәртеү системаһының эшмәкәрлеген яҡшырта, матдәләр алмашыныуын көйләй, тын юлы шешеү осраҡтарында ҡаҡырыҡты сығара. Ғөмүмән, лавр япрағының һалҡын тейҙереү, бронхит һәм тын юлына йоғонто яһаған ауырыуҙар ваҡытында ҡаҡыртҡыс сара булараҡ тәьҫире күптән билдәле. Ул матдәләр алмашыныуын тиҙләтә, ә был инде артыҡ ауырлыҡты юғалтыуға булышлыҡ итә. Һәр осраҡта ла төнәтмәне самалап (100-150 грамм) көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәңәш ителә.
Кире эҙемтәләре: саманан артыҡ ҡулланғанда йоҡо баҫыуға йәки ашҡаҙанды ярһытыуға килтереүе мөмкин.
Дауаланыу курсы – өс аҙна. Әгәр маҡсат ябығыуға ҡайтып ҡалһа, 20-21 көн даими ҡулланып, 15 көнлөк тәнәфес яһағыҙ һәм курсты яңынан ҡабатлағыҙ.
ИҒТИБАР: йөклө йәки сабый имеҙгән ҡатындарға был төнәтмәне эсергә ярамай.
Халыҡ дауаһы таныштырыу маҡсатында яҙылды, дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!