Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Ноябрь , 09:26

Йыш ауырып йонсоһағыҙ...

Организм витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә түбәндәге сара бик һөҙөмтәле. Юғалтмаҫҡа үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ.

Йыш ауырып йонсоһағыҙ...
Йыш ауырып йонсоһағыҙ...

Көҙ витаминдарға ҡытлыҡ кисергәндә түбәндәге сараны ҡулланып ҡарарға була.

Был - һаулыҡты нығытыу, иммунитетты күтәреү өсөн бик һөҙөмтәле сара. Уны ҡулланыу бигерәк тә физик көс түгеп эшләүселәргә, спортсыларға, йыш сирләүселәргә кәрәк.

Беҙгә кәрәк:

200 грамм күрәгә,
200 грамм йөҙөм,
200 грамм кипкән ҡара слива,
200 грамм грек сәтләүеге,
өс ҡалаҡ бал,
уртаса ҙурлыҡтағы дүрт-биш лимон,
100-150 грамм аҡ май йәки зәйтүн майы.

Әҙерләү:

кипкән емештәрҙе кәстрүлгә һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойғас, 5-10 минут тотабыҙ. Шунан һыуын түгеп, таҙа сепрәк менән яҡшылап ҡоротабыҙ. Лимондың тышын шулай уҡ яҡшылап йыуып һөртәбеҙ ҙә ваҡ итеп турайбыҙ. Ингредиенттарҙың барыһын да ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уға бал ҡушып болғатҡас, быяла банкаға һалып һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.

Ҡулланыу:

был ҡатнашманы иртәнге ваҡыттарҙа ашарға кәрәк. Балаларға көнөнә берәр балғалаҡлап, ололарға ҡалаҡлап ҡулланырға кәңәш ителә.

Файҙаһы:

күрәгәлә калий күп, ә ул үҙ сиратында йөрәккә файҙалы, ҡара слива эсәклекте таҙарта, йөҙөм мейене туҡландыра, сәтләүектәге майҙар йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, лимондағы С витамины төрлө сирҙәрҙән һаҡлай, көс бирә, ә балдың файҙалы үҙенсәлектәре тураһында яҙып тороу ҙа кәрәкмәй.

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: