Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Ноябрь , 11:44

Йүткереүҙән баллы компресс ярҙам итә

Түбәндәге рецептарҙы ҡулланғандан һуң бер-ике сәғәттән йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була.

Оҙайлы йүткереү яфалағанда төрлө компрестар менән дауаланғанда, ҡул менән һыпырып алған кеүек булыр. Уларҙың бер зыяны ла юҡ, тын алыу ағзалары сирҙәренә бик яҡшы ярҙам итә, хатта кескәй балаларға ла ҡулланырға мөмкин. Бал компрестарҙың бер нисә рецебын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Берәр ҡалаҡ бал һәм тоҙҙо ҡушып, бинтҡа йәки сепрәккә һыларға һәм төнгөлөккә күкрәккә ҡуйырға. Иртән күкрәкте дымлы салфетка менән һөртөп алырға. Ғәҙәттә, тоҙ ғына тороп ҡалыусан.

Тигеҙ күләмдә көнбағыш майы, бал һәм он алына. Уларҙы шулай уҡ бергә ҡушып, бинтҡа һыларға һәм күкрәккә бәйләргә. Өс сәғәттән йыуабыҙ.

Бер аш ҡалағы бал, шул уҡ күләмдә он, ҡоро гәрсис һәм бал ҡушабыҙ. Нәҙек итеп йәймә йәйәбеҙ ҙә арҡаға йә күкрәккә һылайбыҙ. Ике сәғәттән алабыҙ.

Ғәҙәттә, үрҙәге рецептарҙы ҡулланғандан һуң бер-ике сәғәттән йүткереү ҡул менән һыпырып алған кеүек була.

Һау-сәләмәт булығыҙ, мотлаҡ рәүештә табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

https://shonkar.com/articles/auly-ym-bayly-ym/2024-11-06/y-tkere-n-bally-kompress-yar-am-it-3998329?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478 

Автор:
Читайте нас: