Ишембай ҡалаһынан тағы ла бер аш-һыу оҫтаһы Фәриҙә Ҡорбанова ҡабаҡтан бешерелгән, һыналған тәмле рецептар менән уртаҡлашты.
- Ҡабаҡтарҙың эсенә дөгө, йөҙөм һалып та бешерәм. Бәрәңге менән дә бик тәмле килеп сыға. Ваҡ ҡабаҡтарға шаҡмаҡлап туралған бәрәңге, фарш, ҡыҙҙырылған һуған, тоҙ, борос һалып бутап бер сәғәткә духовкаға бешерергә ҡуям. Шунан ярты сәғәт тағы ла эҫелә ҡалдырып торам. Бешкәс кенә ҡапҡасын асып, самалап һары май һалам. Бик тәмле килеп сыға, - ти ул.
Ҡабаҡтарығыҙ әле бөтмәгәндер. Был рецепты ла һынап ҡарағыҙ.
Фото: Фәриҙә Ҡорбанова.