Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ - юлың уңыр.
Гөлдәр үҫтер йортоңда- һабағына фәрештәләр ҡуныр.
Асыулы сағыңда йыуын - тынысланырһың.
Ҡысҡырып илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу ҙа зиһенгә зыян итер.
Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.
Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән ебен йәиһә сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йә сәс менән төтәҫләп, Аятел-Көрси уҡы, туҡтар илауҙан.
Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән алып ҡуйығыҙ һау булыр.
"Бисмиллаһ"ты әйтеп бешеренһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен- фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.
Өҫтәл, иҙәнең пак торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы бөхтә булһын- бәрәкәт килер.
Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынлаштырып тор- һаулыҡ артыр.
Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла- насар итеп һөйләй алмаҫ.
Эске кейемеңде кешенән йәшереп ҡуй, күҙгә салынмаһын- шәхси энергия
үҙегеҙҙә ҡалыр.
- Ирегеҙ менән яҡын мөнәсәбәттәрегеҙ хаҡында кешегә һөйләмәгеҙ - һалҡын һыу һипмәһендәр арағыҙға.
- Үҙегеҙ йоҡлаған простыняла ситтәрҙе йоҡлатмағыҙ - аралар һыуыныр, гел алмаштырығыҙ бөтөн тышлыҡ, простыняларҙы.
Ирегеҙ биш бармаҡтың бер бармаҡлы ғына һеҙҙең сер, эшегеҙҙе белһен, башы тыныс булыр.
- Оҡшамаған кешенән һыу, икмәк, сәй кеүек әйбер алмағыҙ - көсөгөҙ үҙегеҙҙә ҡалыр.
- Кемделер әрләгәндә лә, изге теләктәр менән әрләгеҙ - "бәхетле булғырҙар", "хәләленән уңғырҙар" тип.
Сығанаҡ: https://vk.com/public29350652?w=wall-29350652_55918
https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2024-04-13/fay-aly-k-sht-r-3726160