Һыу эсеүҙең файҙаһы тураһында күптәр белә. Баҡһаң, уны дөрөҫ ваҡытта эсергә лә кәрәк икән. Кардиологтар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.
- уяныу менән ике стакан һыу эсеү – эске органдарҙың әүҙемләшеүенә килтерә.
- ашағанға тиклем 30 минут алда бер стакан һыу эсеү – аҙыҡты эшкәртеүгә булышлыҡ итә.
- ванна ҡабул итер алдынан бер стакан һыу эсеү – артериаль ҡан баҫымын кәметә.
- йоҡлар алдынан бер стакан һыу – инсульт һәм йөрәк өйәнәгенән һаҡлай.
Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-11-07/yu-y-asan-ese-d-r-3998427