ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Октябрь 2024, 10:30

Баллы ҡабаҡ

Бының өсөн беҙ 400-500 грамм ҡабаҡ, өс аш ҡалағы бал, 30 грамм аҡ май, корица кәрәк

Бының өсөн беҙ 400-500 грамм ҡабаҡ, өс аш ҡалағы бал, 30 грамм аҡ май, корица кәрәк.

Әҙерләү:

Ҡабаҡты киҫәктәргә бүләбеҙ. Бал менән карица һөртәбеҙ. Мультиварканың һауытын аҡ май менән буяйбыҙ ҙа ҡабаҡты теҙәбеҙ. 35-40 минут бешерәбеҙ. Тәмле генә түгел бик тә файҙалы ризыҡ.

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас