ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Октябрь 2024, 06:17

Артриттан ылыҫлы ванна

Был дауаланыу ысулы өсөн шыршы, ҡарағай, кедрҙың бәләкәй генә ботағын әҙерләр кәрәк була.

Был дауаланыу ысулы өсөн шыршы, ҡарағай, кедрҙың бәләкәй генә ботағын әҙерләр кәрәк була. Ваҡлап барыһын да бутағыҙ. Һауытҡа һалып, ҡайнар һыу менән тултырығыҙ ҙа төнәтегеҙ.

40 градусҡа тиклем һыуыған төнәтмәгә ауыртҡан быуындарҙы ярты сәғәткә тығып ултырығыҙ. Унан йылы итеп төрөп, бер сәғәттәй ятып тороғоҙ.

Ике көндән һуң ваннаны ҡабатлағыҙ. Дауалау курсы 7-10 ваннанан тора.
Бынан һуң һыҙланыуҙар баҫылып ҡалыр, хәрәкәт итеү еңелләшер.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!
 
Автор:
Читайте нас