Әбйәлил районының Күсем руднигы ауылында эскәмйәлә ултырған 87 йәшлек өләсәйгә төлкө ташланған. Һуңғараҡ йәнлек уны ҡотҡарырға теләгән үтеп барыусыны - 65 йәшлек ҡатынды ла бер нисә урындан тешләгән. Күрше йортта йәшәгән ир тәүҙә төлкөнө төрлө тауыш, һуңынан һепертке ярҙамында өркөтөп маташҡан, әммә маҡсатына ирешә алмаған. Һөҙөмтәлә ошо хәлде күреүселәр ҡотҡарыусыларҙы саҡырған: улар иһә хәйләкәрҙе тотҡан. Әлегә төлкөлә ҡотороу сире бармы икәне тикшерелә.