ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Октябрь 2024, 06:29

Һалҡын тейеүгә һәм киҙеүгә ҡаршы

Ҡарағай бөрөһө ярҙамында киҙеүҙән һәм һалҡын тейеүҙән һаҡланырға мөмкин.    

Һалҡын тейеүгә һәм киҙеүгә ҡаршыҺалҡын тейеүгә һәм киҙеүгә ҡаршы
Һалҡын тейеүгә һәм киҙеүгә ҡаршы

Бының өсөн 2 ҡалаҡ ҡарағай бөрөһөнә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, 30 – 35 минут банка менән һыулы кәстрүлгә, йәғни парҙа  ултыртып ҡайнатырға. Һуңынан ярты сәғәт тирәһе төнәткәндән һуң,   һөҙөп алырға. Ауырыуҙы дауалау өсөн көнөнә өс тапҡыр  ашағандан һуң яртышар стакан эсергә. Ә ауырыуҙан һаҡланыу өсөн иртәнсәк көнөнә бер тапҡыр эсеү ҙә етә.

Ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмәләр ревматизмды, бронхитты, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауалау өсөн дә ҡулланыла.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:
Читайте нас