ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
7 Октябрь 2024, 14:22

Һуған һәм һарымһаҡ ултыртыу серҙәре

«Россельхозцетр»ҙың Башҡортостан буйынса филиалы Хәйбулла район-ара бүлегенең баш агрономы Зөлфирә Далхина көҙгөһөн һуған һәм һарымһаҡ ултыртыу серҙәре тураһында һөйләне.

Һуған тураһында...

Ҡасан ултыртырға?
Көҙөн һуған ултыртыу календарға бәйләнмәйенсә үткәрелә, тик һауа торошона һәм климат шарттарына бәйле ваҡыт һайларға кәрәк.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: ултыртылғандан алып тупраҡ туңғанға тиклем һуған тамыр йәйергә, әммә үҫмәҫкә тейеш. Бының өсөн һуғанға 2-3 аҙна кәрәк.

Ҡайҙа ултыртырға?
Ҡуҙаҡлы культураларҙан, картуфтан, люцернанан, ҡыҙыл клеверҙан һуң буш ҡалған түтәлдәргә һуған ултыртыу кәңәш ителмәй, сөнки был уны нематодтар менән зарарларға мөмкин. Ә бына һуғандан һуң бер тапҡыр ғына ҡабат һуған ултыртырға мөмкин – ә өсөнсө йылда яҡшы уңыш ала алмаясаҡһығыҙ.

Нисек итеп түтәл әҙерләргә?
Һуған түтәленә фосфор һәм калий ашламалары индерергә кәрәк, улар яҙға ҡарай тиҙ тамыр йәйергә һәм һаҡланырға ярҙам итә.
Һуған аҙ һелтеле йәки нейтраль тупраҡта үҫергә ярата, шуға күрә һуғанды түтәлгә ултыртҡанда көл өҫтәргә була, ул микроэлементтар һәм калийҙың өҫтәмә сығанағы булып тора.

Нисек ултыртырға?
Һәр һуғандың өҫкө өлөшөнән 5-6 сантиметр тәрәнлектә ултыртыу мөһим, рәттә үҙ-ара аралығы 2 сантиметрҙан 5 сантиметрға тиклем, ә рәттәр араһындағы алыҫлыҡ 10-15 сантиметр самаһы.
Тығыҙ ултыртыу һөҙөмтәһендә бөтә һуғандар ҙа уңышлы ҡышлай алмауына килтереүе ихтимал.

Нисек һаҡларға?
Ҡырау төшөү менән түтәлдәрҙе ҡоро япраҡтар менән ҡаплағыҙ һәм уны ел таратмаһын өсөн өҫтөнә ботаҡтар һалып сығығыҙ. Әгәр һеҙҙең төбәктә ҡыш ҡарлы булһа, япраҡтар менән ҡапламаҫҡа мөмкин.

 

Ә һарымһаҡҡа килгәндә...
Урын һайлау
Һарымһаҡ ҡояшлы урындарҙы өҫтөн күрә. Һыу йыйыла торған уйһыу урындарҙы яратмай.

Тупраҡ әҙерләү

Ултыртыу алдынан участканы тәрән итеп ҡаҙыу, органик ашламалар (компост йәки тиреҫ), шулай уҡ фосфор һәм калий миҡдары юғары булған минераль ашламалар өҫтәү яҡшы.

Сорт һайлау
Ужым һарымһағының тейешле сорттарын һайлағыҙ. Иң популяр сорттар «Алексеевский», «Гилянский» һәм «Сосновский».

Һарымһаҡты әҙерләү
Һарымһаҡты ултыртыр алдынан уны зарарланыу йәки ауырыуҙар булыу-булмауын тикшерергә кәрәк. Сәләмәттәре ултыртыу өсөн иң ҡулайлыһы. Уларҙы дезинфекция өсөн баҡыр купоросы эретмәһенә бер нисә сәғәткә ҡалдырырға була.

- Посадка.
Обычно посадка озимого чеснока происходит в конце сентября - начале октября, когда температура почвы достигает 10 - 12 градусов.
- Уход за посадками.
После посадки замульчируйте грядки, чтобы сохранить влагу и защитить растения от перепадов температур. Во время вегетационного периода следите за поливом и подкормками. Почва должна оставаться влажной, но не переувлажнённой.
- Уборка урожая.
Озимый чеснок обычно убираем в июле, когда нижние листья начинают желтеть.
Ултырыу
Ғәҙәттә ужым һарымһағы сентябрь аҙағында - октябрь башында, тупраҡ температураһы 10-12 градусҡа еткәс, ултыртыла.

Түтәлдәрҙе тәрбиәләү
Ултыртылғандан һуң, дымды һаҡлап ҡалыу һәм үҫемлектәрҙе температура үҙгәрештәренән һаҡлау өсөн, түтәлдәрҙе ҡоро япраҡтар менән ҡаплағыҙ. Вегетация осоронда һыу һибеүҙе һәм туҡландырыуҙы күҙәтегеҙ. Тупраҡ дымлы, әммә артыҡ дымлы булырға тейеш түгел.

Уңыш йыйыу
Ужым һарымһағын ғәҙәттә июлдә, аҫҡы япраҡтары һарғая башлағас, йыйып алырға кәңәш ителә. 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас