Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Сентябрь 2024, 12:13

Һөйәк һурпаһы - мең сиргә бер дауа

Һөйәк һурпаһы борон-борондан артрит,аутоиммун ауырыуҙарға ҡаршы дауа булараҡ кәңәш ителә

✔Һөйәк һурпаһы борон-борондан АРТРИТ, АУТОИММУН ауырыуҙарға ҡаршы дауа булараҡ кәңәш ителә.

✔Һурпа күп ДИЕТАларҙа ҡулланыла. Был хаҡта бик боронғо китаптарҙа ла яҙып ҡалдырылған.

✔ Иммунитетты нығыта. Һөйәк һурпаһы барлыҡ файҙалы минералдар һәм витаминдарға бай.

✔Һөйәк һурпаһы ЭСӘКЛЕКтең лайлалы тышсаһын яҡшыртыу сәбәпле, эсәк ауырыуҙарын дауалау. Желатинға бай һурпа бик файданлы. Ул эсәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.  Ундағы  глютамин эрозия һәм йәрәхәттәрҙе төҙәтә, иммун системаһының эшмәкәрлеген активлаштыра. 

✔Һурпалағы глицин ЯЛҠЫНҺЫНЫУға ҡаршы ярҙам итә. Тикшеренеүҙәр уның эсәклекте бактериаль инфекциянан һаҡлауын асыҡлаған. Глицин ЙОҠОно ла яҡшырта, тынысландыра.

✔Һөйәк һурпаһыы ревматоидлы ауырыуҙарҙың БЫУЫНДАР ҺЫҘЛАУЫн кәметә. Был уның составында  глюкозамин, хондроитин сульфат һәм гиалурон кислоталары булыуы менән аңлатыла. Һуңғыһы, белеүегеҙсә, КОЛЛАГЕН яһауҙ ярҙам итә. Ә ул һеңерҙәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауҙа иң ҙур ролгә эйә.

✔️ Составындағы КОЛЛАГЕН ашҡаҙан йәрәхәтен дауалай.  Целлюлитты кисектерә.

✔️Глюкозамин, хондроитин БЫУЫНДАР ныҡлығы өсөн мөһим.

✔️Глицин һәм пролин ИММУН һәм НЕРВ системаһын нығыта.

✔️Коллаген СӘСтәр, ТЫРНАҠтарҙы нығыта, тире һығылмалылығы өсөн файҙалы, йыйырсыҡтарҙы бөтөрә.

✔️ГРИППҡа, һалҡын тейеүҙәргә ҡаршы яҡшы дауа. Тимәк, КОВИДҡа ҡаршы тороусанлыҡ та арта.

✔️Һөйәк һурпаһында кальций, магний, фосфор, калий бар. Улар бик тиҙ үҙләштереүсәндәр. Шулай уҡ: кремний, көкөрт һ.б. бар. Был элементтар бөтөн кешеләргә лә кәрәк.

✔️Һөйәк һурпаһы ауырыуҙарҙан һуң ризыҡланыу өсөн бик файҙалы. Тиҙ эшкәртелә. Туҡлыҡлы. Файҙалы. Ундағы цистеин аминокислотаһы лайланы тарҡата, уның үпкәнән сығыуын тиҙләтә.

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө

Автор:
Читайте нас: