Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
2 Сентябрь 2024, 12:06

Әлморон йыйып ҡал!

Был емеште әлморон, гөлйемеш, этморон тип тә йөрөтәләр. Руссаһы - шиповник.    

Был файҙалы үҫемлек беҙҙең яҡтарҙа киң таралған. Уны сентябрь башында йыялар. Әлморонды йыйыуы еңелдән түгел, әммә файҙаһы бик ҙур.

Ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙыл һутлы емештәре өлгөргәс, гөлйемеш көҙ көнө лә әллә ҡайҙан күренә. Уның емештәре ныҡ үҫешкән сәскә төбөнән барлыҡҡа килә. Гөлйемештең ысын емештәре - ваҡ ҡына аҡһыл орлоҡтар. Улар емшәндәрҙән барлыҡҡа килә һәм бокал һымаҡ сәскә төбөндә урынлаша. Сәскә төбө эстән ҡаты һырышҡаҡ төксәләр менән ҡапланған, һутлы төбөндә витаминдар күп була.

Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Унда төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына ныҡ мохтаж.

Гөлйемеш төнәтмәһен (йә ҡайнатмаһын) кешенең ағза-туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 4 ҡалаҡ киптереп ваҡланған емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә.

Гөлйемеш үҫемлегенең япрағы һәм тамыры ла шифалы. Гөлйемеш япрағын (кипкәне лә ярай) эҫе һыуҙа йомшартып, экзема кеүек тире ауырыуы сабыртмаһына ҡаплап, 1-2 сәғәткә бәйләп һалырға кәңәш ителә. Төнәтмә яһап, был ауырыуҙарҙан сылатҡыс, ванна яһарға ла мөмкин. Төнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға кәрәк.

Халыҡ медицинаһында гөлйемеш тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне һейҙек ҡыуығы һәм бөйөр ташынан ҡотолоу өсөн эсергә кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ ваҡланған тамырын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш 2-3 сәғәт тоторға. Төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр, ас ҡарынға, 2-3 ҡалаҡ эсергә. Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
 
 
Автор:
Читайте нас: