Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Август 2024, 15:26

Аяҡ һыҙлаһа, лавр ярҙамға килер

Халыҡ дауаһының файҙаһы ифрат ҙур: ҡайһы берҙә, хатта дарыу-уколдар ярҙам итмәгән осраҡта, тап ошо алымдар килешеп ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға аяҡ быуынының һыҙлауын баҫа торған рецепт тәҡдим итәбеҙ. 

Аяҡ һыҙлаһа, лавр ярҙамға килер
Аяҡ һыҙлаһа, лавр ярҙамға килер

Бының өсөн өс ҡап лавр япрағы (30-50 грамм) алырға кәрәк. Шуларҙы 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатып сығарығыҙ. Һыуҙы аяҡтар бешмәҫлек булғансы һыуытығыҙ һәм 20 минут дауамында аяҡтарҙы ошо һыуҙа тотоғоҙ. Унан йылы ойоҡтар кейергә кәрәк.

Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ, ябып ултыртып ҡуйығыҙ. Икенсе көндә ошо уҡ һыуҙы йылытырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға кәрәк. Шулай өс тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Әгәр өйҙә булышыу мәшәҡәтле тиһәгеҙ, мунсала 10 литр ҡайнар һыуға өс ҡап лавр һалып алдан төнәтеп ултыртығыҙ һәм аяҡтарығыҙҙы тығып ултырығыҙ.

Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.

Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!

Фото: ovulyaciya.com

Автор:
Читайте нас: