Уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе яҡшылап йыуабыҙ һәм ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан уны кәстрүлгә һалғас, йәшелсә ҡапланғансы көнбағыш майы өҫтәйбеҙ һәм һүрән утта йомшарғансы быҡтырабыҙ.
Шунан ҡатнашманы марля аша үткәреп, уға 15-20 грамм балауыҙ һалабыҙ. Артабан ул иреһен өсөн тағы плитәгә ҡуябыҙ, шунан бер аҙ һыуынған ҡатнашмаға ярты балғалаҡ бал, 7-10 тамсы кедрҙың эфир майы өҫтәп, яҡшылап болғатҡас, банкаға һалып ябабыҙ.
Был крем төрлө типтағы бит тиреһе өсөн дә килешә. Күҙ тирәһендәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға булышлыҡ итә.