Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Август 2024, 16:36

Кистаны бөтөрә

Сөйәл үләнен кисталарҙы дауалауҙа уңышлы ҡулланалар. Мәҫәлән, уның ярҙамындап бөйөрҙәге кистаны бөтөрөп була. 

 Бының өсөн  100 мл ошо һутҡа 100 г ҡарабойҙай балы менән, 100 мл таҙа спирт ҡушып бутарға һәм 10 көн ҡараңғы урында төнәтергә. Бер ай буйы көн һайын иртән ашарҙан алда берәр балғалаҡ эсергә. 

 Бөйөрҙәге кистаны тағы ла дегәнәк һуты  менән дауалайҙар.   Уны әҙерләү өсөн  яңы өҙөп алынған япрағын ит үткәргес аша  үткәреп, һутын һығып алырға.  Әйткәндәй, бындай һутты оҙаҡ һаҡларға ярамай, өс көн һайын яңыртып торорға кәрәк.  Дегәнәк һутын  тәүге ике  көндә ике тапҡыр – иртәле-кисле берәр ҡалаҡ эсергә,  артабан иһә  көнөнә өсәр тапҡыр өсәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.  Дауаланыу курсы – бер ай.  Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, бысаҡ осонда ғына  киптерелгән уҫаҡ япрағының онтағын өҫтәргә мөмкин.

Тамырынан төнәтмә әҙерләү өсөн, 10 г сеймалға   бер стакан һыу ҡойоп, талғын утта  20 минут ҡайнатырға.   Шуны  өс-дүрткә бүлеп, бер көндә эсеп бөтөргә.

 

Автор:
Читайте нас: