Бөтә яңылыҡтар
10
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
5 Август 2024, 11:32

Терегөмөшлө градусник ватылһа, нимә эшләргә?

-

Терегөмөшлө градусник ватылһа, нимә эшләргә?
Терегөмөшлө градусник ватылһа, нимә эшләргә?
🌡 Күп кенә кешеләрҙең йортонда терегөмөшлө градусниктар һаҡланалыр. Әгәр ватылһа, уны нимә эшләтергә?

❗ Тәү сиратта, бигерәк тә градусник эҫе батарея янында ватылған осраҡта ашығыс хеҙмәттәрҙең 112 номерына шылтыратығыҙ. Белгестәр терегөмөштө йыйып ала, бысранған урынды эшкәртә һәм градусникты утилләштереүгә алып китә.

Шулай уҡ түбәндәге махсус хеҙмәттәрҙе саҡырта алаһығыҙ:
- Үҙәк санитар хеҙмәт (vk.cc/cyTcsB)
- Санитар-эпидемиологик хеҙмәт (vk.cc/cyTcCi).

Хеҙмәттәрҙең эше һәм уларҙың бәйләнеш телефондары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – рәсми сайттарҙа.

📌 Әгәр белгестәр саҡырыу мөмкинлеге булмаһа, терегөмөштө үҙегеҙгә йыйырға тура киләсәк:

⃣ Ташларға йәлләмәгән кейем кейегеҙ – терегөмөш шарҙарын йыйыу өсөн ҡулланған кейемегеҙҙе ватылған термометр менән бергә ташларға тура киләсәк. Бындай әйберҙәрҙе йыуырға һәм кейергә ярамай –уның һаулыҡ өсөн хәүефле булыуы бар.

2⃣ Һыуыҡ һыу ҡойолған банка әҙерләгеҙ.

3⃣ Бүлмәне елләтеү өсөн тәҙрәгеҙҙе асығыҙ, әммә ел терегөмөш парҙарын фатир буйлап таратмаһын өсөн ишекте ябығыҙ.

4⃣ Битлек йәки респиратор, шулай уҡ бирсәткә кейегеҙ.

5⃣ Шарҙарҙы ике ҡағыҙ йәки энәһеҙ шприц ярҙамында йыйығыҙ. Бәләкәй киҫәксәләрҙе скотч, пластырь йәки пластилин менән йыйырға мөмкин.

6⃣ Терегөмөштө алдан әҙерләнгән банкаға йыйып һалығыҙ һәм уны тығыҙ итеп ябығыҙ.

7⃣ Градусник ватылған урынды марганцовка, һабын-сода йәки хлорлы эретмә менән эшкәртегеҙ.

❌ Терегөмөштө йыйыу өсөн һепертке йәки саң һурҙырғыс ҡулланырға ярамай – улар матдәне бөтә фатир буйлап таратасаҡ.

Терегөмөш һалынған банканы махсус ҡыҙғылт-һары экобоксҡа тапшырырға кәрәк. Уларҙың урынлашыу нөктәләрен һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: vk.cc/cySKdH. Бының өсөн эҙләү системаһына үҙегеҙҙең торлаҡ пунктығыҙҙың исемен индерергә һәм «экобокс» тип өҫтәп эҙләргә кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: