Бөтә яңылыҡтар

Иң файҙалы емеш

Унда кеше организмы өсөн кәрәкле 15 витаминдың 12-һе бар. 

Иң файҙалы емеш тип алма иҫәпләнә, сөнки унда кеше организмы өсөн кәрәкле 15 витаминдың 12-һе бар. Күҙәнәкле туҡымаға, пектинға, аҙыҡ епсәләренә, фруктоза һәм глюкозаға, минералдарға бай. Алманы даими ҡулланыу иммунитетты нығытыуға йоғонто яһай, ти диетологтар. Тағы ла файҙалы ризыҡтар тураһында - түбәндә.

Хәтерҙе яҡшырта...

Балыҡ омега-3 майҙарына, витаминдарға, шулай уҡ кальций, натрий һәм фосфорға бай. Омега-3 майҙары нервы системаһы һәм матдәләр алмашыныуы өсөн бик файҙалы. Тәүлек рационына 100 грамм ҡыҙыл балыҡты индереү был майға ихтыяжды тулыһынса яба. Балыҡ һөйәктәр, мейе, йөрәк өсөн дә файҙалы, нервы күҙәнәктәрен, хәтерҙе тергеҙә, тромбтар барлыҡҡа килеүен иҫкәртә.

Ябыҡтыра...

Йәшел сәй витаминдарға, минералдарға бай, бауыр, йөрәк, бөйөр эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты күтәрә. Көнөнә дүрт сынаяҡ сәй эсеү артыҡ ауырлыҡтан ҡотҡара, сөнки ул майҙарҙы яндыра.

Мускулды нығыта...

Банан магнийға тәүлек ихтыяжының 60 процентын ҡаплай. Айырыуса ул - спортсылар өсөн ҡиммәтле аҙыҡ, сөнки унда мускулдарҙы ныҡ һәм сәләмәт итеүгә булышыусы калий күп.

Баҡса еләге

Файҙалы аҙыҡтар тураһында һөйләгәндә баҡса еләген иҫкә алмай булмай. Мөғжизәле еләктә лимонға ҡарағанда ла С витамины күберәк. Өҫтәүенә ул эфир майҙарына, цинкка бай. Еләк хәтерҙе яҡшырта, депрессияға ҡаршы көрәшә, ҡан баҫымын көйләй һәм иммунитетты нығыта, ти белгестәр.

 

Автор:
Читайте нас: