Бөтә яңылыҡтар

Емеш-еләкте һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы

-

Емеш-еләкте һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы
Емеш-еләкте һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы
Баҡсаларҙа ғына түгел, урман-ҡырҙарҙа ла еләктең өлгөргән мәле. Еләк мәле - бер генә тигәнде иҫәпкә алып, уңған хужабикәләр уларҙы йыйып, ҡайнатма әҙерләй, компот яба.
 
Әммә емеш-еләкте туңдырғыста һаҡлау - иң яҡшыһы, сөнки йыл әйләнәһенә өҫтәлдәрҙә хуш еҫле еләкле десерт йәиһә тәмле бәлеш, бөйөрөктәр урын алыр, үҙен дә рәхәтләнеп ашарға мөмкин. Емеш-еләкте туңдырыр алдынан уларҙы йыуып, киптерергә кәрәк. Аҙаҡ инде пластик һауыттарға һалып йәки туңдырыу өсөн махсус һатылған ҡапсыҡтарға тултырып, һыуытыу камераһына ултыртығыҙ.
 
Шулай уҡ емеш-еләктәрҙән пюре яһап та һаҡларға була. Емештәрҙең бер нисә төрлөһөнән эшләнгән пюре бигерәк тә тәмле килеп сыға. Йыйып алған емештәрҙе йыуып, уларҙы миксер йәки блендер менән әйләндереп алығыҙ ҙа саҡ ҡына шәкәр ҡомо өҫтәп, алдан әҙерләнгән һауыттарға ҡойоп, туңдырғысҡа оҙатығыҙ. 
Шулай уҡ сейә, балан емештәрен дә туңдырып һаҡларға була, алмаларҙы уртаға ҡырҡып әҙерләгеҙ. Һеҙ ҙә үҙ тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Фото: zametki.ru һәм antonovsad.ru
Автор:
Читайте нас: