Бөтә яңылыҡтар

Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?

-

Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?
Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡһа, нимә эшләргә?

🐝 Йәйге пикникҡа һәм дачаға саҡырылмаған ҡунаҡтар – бал ҡорттары һәм һағыҙаҡтар килеүе ихтимал. Улар һеҙҙе йәки яҡындарығыҙҙы саҡһа, нимә эшләргә?

▫Әгәр бал ҡорто саҡһа, иң тәүҙә һаҡ ҡына уның ҡаяуын алып ташлағыҙ, ә һағыҙаҡ ҡаяуын ҡалдырмай. Уны пинцет йәки тырнаҡ менән сығарырға кәрәк. Ҡаяуҙы ҡыҫмағыҙ - был ағыуҙың таралыуына килтереүе ихтимал.

▫ Яраны һабын менән йыуығыҙ йәки антисептик менән эшкәртегеҙ.

▫ Ауыртыуҙы еңеләйтеү һәм шеште ҡайтарыу өсөн саҡҡан урынға һалҡын әйбер һалығыҙ.

▫ ️ Мөмкин булһа, тешләгән урынды гидрокортизон майы менән ыуығыҙ, ул шеште кәметә һәм ҡысыуҙы баҫа.

▫ Антигистамин препараты ҡабул итегеҙ һәм күп һыу эсегеҙ.

▫ Яраны тырнамағыҙ. Ике-өс сәғәттән һуң ҡысыу кәмейәсәк.

🚑 Бал ҡорто йәки һағыҙаҡ саҡҡас, аллергия булған кешеләрҙә тын алыуы ауырлашырға, тамаҡ шешергә, улар хатта аңын юғалтырға мөмкин. Әгәр ошондай билдәләр барлыҡҡа килһә, шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: