Бөтә яңылыҡтар

Баллы кекс

Кипкән емеш тә ҡушһағыҙ, тағы ла тәмлерәк була.

Һыу – 250 мл

Бал – ике ҡалаҡ

Шәкәр – ярты стакан

Үҫемлек майы – ярты стакан

Он – ике стакан

Сода йә ҡамыр ҡабартҡыс – 1,5 балғалаҡ

Тоҙ – тәменсә

Курага – 50 г

Теләһәгеҙ шәкәр пудраһы менән биҙәргә мөмкин.

Йылы һыуға бал, шәкәр, тоҙ, үҫемлек майын ҡушып, болғарға. Он менән соданы әкренләп кенә болғай-болғай шул массаға һалырға. Уға туралған кураганы ҡушырға. Кекс бешерә торған форманы майлап йә онлап, ҡамырҙы шунда һалырға.

180 градусҡаса эҫетелгән духовкала өҫтө алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерергә. Әҙерлеген теш таҙартҡыс менән тикшерегеҙ.

Тәмле булһын!

Автор:
Читайте нас: