Бөтә яңылыҡтар

Укроптың файҙаһы ҙур

Укропты аш тәмләткес кенә түгел, күп сирҙәргә ҡаршы дауалау сараһы итеп тә ҡулланырға була.

Укропты аш тәмләткес кенә түгел, күп сирҙәргә ҡаршы дауалау сараһы итеп тә ҡулланырға була. Унда артериаль һәм күҙ эсе ҡан баҫымын төшөрөү, баш ауыртыуын баҫыу, мейе тамырҙары атеросклерозын, бөйөрҙә, үттә таш булған саҡта дауалау һәләте бар.

Укроп орлоғон бөйөр сирҙәрен иҫкәртеү өсөн дә ҡулланалар. Уның өсөн бер ҡалаҡ ваҡланған орлоҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға ла 10-15 минут төнәтергә кәрәк. Шифалы эсемлекте көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсеү ыңғай һөҙөмтә бирер.

Циститтан, ҡурылдай астмаһынан яфаланғанда халыҡ табиптары ике ҡалаҡ орлоҡто 400 мл ҡайнар һыуҙа 30 минут төнәтеп, көнөнә өс тапҡыр 100-әр миллилитрлап эсергә кәңәш итә.

Укроп төнәтмәһе - бәүел ҡыуҙырыу, шулай уҡ тын юлы сирҙәре ваҡытында ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн дә сифатлы сара. Уны былай әҙерләйҙәр: бер ҡалаҡ орлоҡ өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15-20 минут тоторға ла, һөҙөп, бал өҫтәп, бүлмә температураһы йылылығында көнөнә 4-5 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Даими рәүештә шулай дауаланғанда нервы системаһы һиҙелерлек нығына, артериаль ҡан баҫымы төшә, баш ауыртыуҙары кәмей, йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара.

Туберкулез сирлеләргә бер семтем ваҡланған укроп орлоғон ҡайнар һөткә һалып эсеү һөҙөмтәле буласаҡ, ти был өлкәләге белгестәр.

Укроп орлоҡтары менән конъюктивитты дауалап һәм катаракта барлыҡҡа килеүен иҫкәртеп була.

Әгәр биткә һытҡылар сыға икән, ҡуйы эшләнгән укроп төнәтмәһе менән йыуыныу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, ә нәфис, йоҡа тиреле ҡатын-ҡыҙға тиренең һығылмалылығын һаҡлау өсөн, киреһенсә, шыйығыраҡ төнәтелгән укроп һыуы менән йыуыныу яҡшы.

 

Автор:
Читайте нас: