Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ D витаминын ҡулланаһығыҙмы?

”Түбәндәге дүрт төркөмгә ҡараған кешеләргә уны эсеү мотлаҡ”, – ти тикшеренеүселәр.

Сит ил тикшеренеүселәре D витаминын ҡулланыу буйынса яңы тәҡдимдәр индерҙе. Өфө терапевты, нефролог һәм диетолог Регина Доктор социаль селтәрҙәрҙә ошоға ҡағылышлы үҙ фекере менән уртаҡлашты. Был хаҡта UfaTime.ru хәбәр итә.

Тикшеренеүселәр D витаминын өҫтәмә ҡулланыу кәңәш ителгән кешеләрҙең дүрт төп категорияһын айырып күрһәтә. Улар араһында:

  • 1 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар: рахитты һәм тын юлдары инфекцияларын иҫкәртеү өсөн;
  • ауырлы ҡатындар – өҙлөгөү хәүефен кәметеү өсөн;
  • 75 йәштән өлкәндәр – үлем хәүефен кәметеү өсөн;
  • диабет алды пациенттары – икенсе типтағы шәкәр диабеты барлыҡҡа килеү хәүефен кәметеү өсөн.

Был төркөмдәр өсөн D витаминының оптималь дозаһы булып 1 йәштән 70 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн көнөнә 600 МЕ, 70 йәштән өлкәндәргә 800 МЕ тора. Әммә, Регина Доктор фекеренсә, башҡа кешеләр өсөн был витаминды ҡулланыу файҙа килтермәйәсәк.

Ә һеҙ D витаминын эсәһегеҙме?

 

Автор:
Читайте нас: