ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
16 Июнь 2024, 06:43

Ҡыяр ашағыҙ! Ул кәйефте күтәрә... һәм улай ғына ла түгел

Кәйефегеҙ төшһә, ҡыяр ашағыҙ, ти белгестәр. Унда серотонин тигән бәхет гормоны бар. 

Кәйефегеҙ төшһә, ҡыяр ашағыҙ, ти белгестәр. Унда серотонин тигән бәхет гормоны бар. Шуға күрә был йәшелсәне кәйеф төшкәндә, арығанда һәм депрессия ваҡытында ашарға кәңәш итәләр.

✅ Ҡыяр ябығырға, шешенеүҙән ҡотолорға, тире торошон яҡшыртырға теләгән кешеләргә файҙалы.

✅ Ҡыяр организмды таҙартырға, ашҡаҙан системаһы эшен көйләргә, целлюлиттан ҡотолорға ярҙам итә.

✅ Был йәшелсә 95 процент һыуҙан тора, ҡалған биш процентын клечатка тәшкил итә. Ҡыяр шулай уҡ май барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай торған тартрон кислотаһына бай.

✅ Ҡыярҙы әрсемәй генә ашағыҙ. Уның ҡабығында К, А, С һәм В төркөмөнә ҡараған витаминдар, шулай ук тимер, калий, фосфор, баҡыр һәм магний минералдары бар.

 

Сығанаҡ: "Атайсал" төбәк гәзите 

Автор:
Читайте нас