Бөтә яңылыҡтар

Ҡый үләндәрен еңел генә юҡ итәбеҙ

Бының өсөн бер аҙ уксус һәм тоҙ ғына кәрәк буласаҡ...

Ҡый үләндәрен гербицидһыҙ бөтөрөү өсөн тоҙ һәм уксусты ҡулланығыҙ. Бының өсөн бер литр туғыҙ процентлы уксусҡа бер аш ҡалағы тоҙ һәм һәм бер нисә тамсы һауыт-һаба йыуыу сараһы һалып, яҡшылап болғатырға.

Ябай һиптерткескә ҡуйып ҡый үләндәренә һиптертеп сығығыҙ, таң атыуға үләндәр көйрәп ултырасаҡ. Был сара бигерәк тә ҡояшлы, эҫе көндәрҙә, ямғыр булмағанда яҡшы эшләйәсәк. Иртән һиптерһәгеҙ, кискә һөҙөмтәһен күререһегеҙ.

Был сара бөтә үҫентеләрҙе лә үлтерә, шуға күрә һаҡ ҡына ҡулланығыҙ

Автор:
Читайте нас: