Ҡарағат, крыжовниктан мул уңыш алам тиһәң....

Уларҙы яҙғыһын ҡош тиҙәге менән ашларға кәңәш ителә. 

Ҡарағат, крыжовниктан мул уңыш алам тиһәң....Ҡарағат, крыжовниктан мул уңыш алам тиһәң....
Ҡарағат, крыжовниктан мул уңыш алам тиһәң....

Уларҙы яҙғыһын ҡош тиҙәге менән ашларға кәңәш ителә. Тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ тиҙәген алырға мөмкин. Был ашламаны бик маҡтайҙар, унда тиреҫкә ҡарағанда ла туҡлыҡлы матдәләр күберәк, азот, фосфор, калий, кальцийға бай. Ә ашламаны нисек әҙерләргә һуң? 

 

Ҡош тиҙәген айырым мискәләрҙә әсетеп, бер биҙрә ҡош тиҙәгенә ун биҙрә һыу ҡушып әҙерләнә. Уның менән ҡарағат, крыжовникты туҡландырағанда файҙаһы бик ҙур. Ҡош тиҙәге ашламаһы менән ҡарағат ҡыуаҡтары сәскә ҡойғандан һуң, емешкә төймәләнгәндә туҡландырыла.

Ҡарағат менән крыжовниктың тамырҙары өҫтә таралып үҫә, шуға уларҙың төбөн йомшартҡанда ла зыян килтереүҙән һаҡлағыҙ. 

Автор:
Читайте нас