Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Апрель , 10:46

БӘПЕМБӘНЕҢ ШИФАҺЫ

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә.

БӘПЕМБӘНЕҢ ШИФАҺЫ
БӘПЕМБӘНЕҢ ШИФАҺЫ

Бәпембәнең файҙалы үҙенсәлектәре

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуын дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына шифалы тәьҫир итә. Был күркәм үҫемлек көс биреүгә эйә була, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, көсөргәнешле борсол-ғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә тәҡдим ителә. Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡта һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөйәктәрҙе нығытырға һәм уларҙың ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын шул килеш йәки кишер һуты менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә.

Бәпембә үләненән рецептар

Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһе. Ярты литрлыҡ ҡараңғылатылған шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, 2-3 флакон одеколон бушатабыҙ һәм 2-3 аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ.

Аҙ ҡанлылыҡты дауалау. 3 аш ҡалағы бәпембә сәскәһен һәм 3 аш ҡалағы кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. 2 аш ҡалағы кесерткән һәм 1 аш ҡалағы әрем өҫтәргә. 1 литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә 6 тапҡыр 50-шәр мл төнәтмәне эсергә.

Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә. 1 аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып 15 минут талғын утта ҡайнатырға. Ярты сәғәт төнәтергә. Берәр ҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.

Сәстәрҙе тәрбиәләү сараһы. 1 аш ҡалағы яңы ғына йыйылып тураҡланған бәпембә япраҡтарына 200 мл ҡайнар һыу өҫтәргә. Был бешерелгән һыуҙы баштың тиреһенә ышҡырға һәм тотош сәскә һөртөргә. Башты таҫтамал менән урарға һәм 30 минут көтөргә. Һуңынан башты йыуырға. Бындай маска сәсте яҡшы итеп нығыта.

Бәпембә һутын нисек итеп эшләргә һәм һаҡларға. Бының өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары һәм сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стериль банкаларға бушаталар.

Һипкелдән төнәтмә. Бәпембәнең ағартыу үҙенсәлектәре уникаль. Бер ус бәпембә сәскәләренә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә һалырға. Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк булған урындарҙы иртән һәм кис һөртөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин.

Һипкелдәрҙе бөтөрә һәм бит тиреһен тонуслай, шешенгәнде бөтөрә.

Шифалы сәй. Ғәҙәттә бәпембә сәскә ата башлағанда ер өҫтөндәге өлөшөнөң ҡоро йәш үҫемлеген ҡулланалар (япраҡ биҙәге һәм сәскә бөрөһө). Шуның бер ҡалағын бер стакан ҡайнар һыуҙа бер сәғәт төнәтәләр, фильтр аша үткәрәләр. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашағанға тиклем 20-25-шәр мл эсәләр.

Франкфурт йәшел салаты. Ике ус йәшелсә (бәпембә, кесерткән, бөтнөк, ҡыяр үләне, ҡуҙғалаҡ, укроп, петрушка, йәшел һуған йәки тәм өсөн тағы ниҙер) киҫергә йәки ваҡ итеп турарға, туралған йомортҡа һәм һуған башы өҫтәргә. Тәмләткес: 1 аш ҡалағы әсегән һөт, борос һәм тәменә ҡарап тоҙ.

Шифалы ҡайнатма. 200 бәпембә сәскәһен йыябыҙ, 1 лимонды ваҡ итеп турайбыҙ, бер литр һыу өҫтәйбеҙ һәм 6-7 сәғәт төнәтәбеҙ. Һарҡытабыҙ, һығып сығарабыҙ, төнәтмәгә 1 кг шәкәр ҡушабыҙ һәм уртаса утта сәғәт ярым ҡайнатабыҙ. Бындай ҡайнатма тәме буйынса балды хәтерләтәсәк. Ул бауыр ауырыуҙарында, хатта цирроз булғанда бик файҙалы.

 

*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас: