Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
12 Апрель , 10:23

Кишер менән манныйҙан бәлеш

Был тәмле ризыҡтың рецебы яҙмала

Кишер менән манныйҙан бәлеш
Кишер менән манныйҙан бәлеш
Уның өсөн ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән 2 стакан кишер, берәр стакан он, манный ярмаһы, шәкәр, кефир (йогурт), ике йомортҡа, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, бер ҡап ваниль, уксуста һүндерелгән бер балғалаҡ сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк.

Кефирға ярманы һалып болғатып, ярты сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Кишерҙе ҡырғандан һуң һутын һығып алабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туғығандан һуң, ваниль, уға эретелгән маргарин ҡушабыҙ. Соданы өҫтөнә кусус һалып һүндергәндән һуң, шулай уҡ иләнгән он һәм ҡырылған кишерҙе һалып болғатабыҙ. Ҡамырға йөҙөм менән күрәгә өҫтәһәң дә ярай. Майланған табаға һалып, 190-200 градус ҡыҙыулыҡта бешерәбеҙ. 40-45 минутта тел йоторлоҡ бәлеш килеп сыға.
 
 
Сығанаҡ:"Файҙалы кәңәштәр" төркөмө
Автор:
Читайте нас: