Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Апрель , 21:40

Сүпрә ярҙамға килер

Апайымдың тәҙрә төбөн тултырып ултырған үҫентеләренең тамыры ла, һабағы ла ныҡ. Ә сере бына нимәлә булып сыҡты...     

Апайым йыл һайын тәҙрә төбөн, өҫтәл өҫтәрен тултырып томат, борос үҫентеләре ултырта. Миңә лә өлөш сығара. Үҙем ултыртҡан үҫентеләр менән уныҡы ныҡ ҡына айырылғас, бының серен һораштым. Ә сер тигәнем бик ябай булып сыҡты.

Бер литр йылы һыуға 120-130 грамм ҡоро сүпрә (кибеттеке лә бара), ике аш ҡалағы шәкәр һалабыҙ ҙа яҡшы итеп болғап, 5-6 сәғәткә  ҡалдырабыҙ. Артабан ошо ҡатнашманы өс литр йылы һыу менән ҡанаштырып, тағы яҡшы итеп болғайбыҙ. Үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама әҙер! Ошо ҡатнашманы һәр үҫенте төбөнә бер балғалаҡ ҡойоп сығырға.

Был ашлама айырыуса кибеттә һатылған арзан йәки баҡсанан алынған ябай тупраҡ өсөн файҙалы. Ашламаны ике аҙнаға бер тапҡыр ҡулланырға. Үҫентеләрегеҙҙең тамыры ла, һабағы ла ныҡ булыр, үҫә алмай ултырғандары ла күҙгә күренеп ҡалҡыныр.

Әгәр үҫентеләрегеҙ аҙ булһа, ҡатнашманы яртылаш (0,5 литр һыуға 60-70 грамм сүпрә) эшләргә мөмкин.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: