Бөтә яңылыҡтар
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
1 Апрель , 21:43

Дарыу урынына ...кипкән емеш

Кипкән емештәрҙе – витамин сығанағы, тип әйтергә лә була. Улар иммунитетты күтәрә, күп сирҙәргә ҡаршы тора. Һәр береһен айырым ҡарағанда...

Дарыу урынына ...кипкән емеш
Дарыу урынына ...кипкән емеш

Кипкән ҡара емеш (чернослив) эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала. Ул ашҡаҙанды йыйнаҡландыра. Ҡара емеш калориялы булһа ла, күп диеталарҙа ҡулланыла. Унда күҙәнәклек ярайһы күп, органик кислоталар һәм микроэлементтар: натрий, калий, кальций, фосфор, тимер бар. Ошо матдәләр арҡаһында ул матдәләр алмашыуын яҡшырта, ҡан баҫымын көйләй. Уны йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.

Финик – кәнфиттәрҙе алмаштыра алырлыҡ емеш. Татлы булһа ла, унда калория аҙ, ә күҙәнәклек күп – нәҡ шул эсәк буйҙарын таҙарта ла инде. Финик иммунитетты нығыта. Һыуыҡ тейҙергәндә, аҙ ҡанлылыҡта, дистрофия һәм депрессия мәлендә, кәйеф төшкәндә, арығанда ашағыҙ. Емештә кальций, тимер, калий, магний, баҡыр, цинк, фосфор, натрий, алюминий, кадмий, кобальт, көкөртө, бор, марганец, А провитамины, Р, С, В, В2, В6 витаминдары һәм бета-каротин бар.

Кипкән мандарин ауырыуҙан һуң тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Мандарин матдәләр алмашыу процесын яҡшырта, ҡан тамырҙарын һығылмалыраҡ итә, шуның арҡаһында шешенеү бөтә, аппетит яҡшыра, кәйеф тә күтәрелә. Астма, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы ла мандарин ашау файҙаға.  Составында күп микроэлементтар һәм витаминдар бар.

Кипкән лимон – яҡшы антисептик. Һыуыҡ үткәреп ауырығанда файҙаһы ҙур, уны иҫкәртеү өсөн дә яҡшы сара. Лимонда минераль тоҙҙар, С витамины күп, шулай уҡ А, В1, В2, Д, Р витаминдары бар. Лимонды төрлө елһенеүҙәргә, атеросклерозға, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә ҡулланырға кәңәш ителә.

Күрәгә ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм таҙарта. Ул магнийға бай. Баш мейеһен туҡландыра, хәтерҙе яҡшырта, ҡандағы гемоглобин күләмен күтәрә, ауырлы ҡатындарға файҙалы. Бынан тыш, ул организмды С, В15 витаминдарын, А провитаминын, калий һәм тимер, фосфор һәм алыштырғыһыҙ органик кислоталар менән туҡландыра.

Йөҙөм тынысландырыу көсөнә эйә. Тик шәкәре күп булғанлыҡтан, һимерергә әүәҫ кешеләргә уны сама менән ҡулланырға кәрәк. Калий күплектән, туҡымалар тиҙ тергеҙелә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы нығына. Йөҙөмдә виноградтың барлыҡ файҙалы үҙенсәлектәре һаҡлана: В1, В2, В5 витаминдары, тимер, бор, магний һәм башҡа микроэлементтар. Дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелгәндә лә йөҙөм ашағыҙ.

Кипкән сейә организмдан химикаттарҙы сығара һәм йәшлекте һаҡлай. Был уның составында пектин күп булыуы менән аңлатыла. Сейә – яҡшы антисептик һәм ҡаҡрыҡты сығарыусы ла. Составындағы йод склерозға ҡаршы һөҙөмтәле. Микроэлементтарҙың (калий, магний, А, С, РР витаминдары) һәм органик кислоталарҙың ярашыуы һөҙөмтәһендә ул тән тартышыуын бөтөрә, нервы системаһын тынысландыра. Аҙ ҡанлылыҡтан яҡшы дауа.

Кипкән ананас ябыҡтыра һәм йәшлекте һаҡлай. Ундағы лимон һәм башҡа органик кислоталар матдәләр алмашыуын тиҙләтә. Бынан тыш, емештә һирәк осрай торған бромелайн тигән матдә бар. Ул аш һеңдереүҙе яҡшырта, елһенеү процестарын тотҡарлай. Калий һәм баҡыр туҡымаларҙы йәшәртеү һәләтенә эйә. Ананас йөрәккә лә, ҡан тамырҙарына ла ыңғай тәьҫир итә. Аҙ ҡанлылыҡта һәм үҙәк нервы системаһын көйләгәндә ашарға тәҡдим итәләр.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: