Бөтә яңылыҡтар

Һыҙланғанда - шәп май

Быяла һауытҡа бушатып, һыуытҡыста ун айға тиклем һаҡларға була.

Һыҙланғанда - шәп май
Һыҙланғанда - шәп май

Был майҙы бик күп ауырыуҙарҙан ҡулланалар. Ауыртҡан быуындарга, экзема, бешкән урынға, гаймориттан һәм башкаларҙан ярҙам итә.
Әҙерләү тәртибе:
Эмаль һауытҡа бер стакан үҫемлек майы, шырпы ҡабы ҙурлығында балауыҙ (воск) һалып, һүрән утҡа ҡуйырға. Бешкән йомортҡаның һарыһын алып, уның яртыһын сәнскҽ менән иҙәргә лә ҡайнап торған (ҡайнап, тауыш сығарып шартлап ҡуйған мәлдә) майға аҙ-аҙләп һалырға.

Күбекләнеп сыҡҡас, уттан алырға ла болғатып торорға. Ҡабат утҡа ҡуйырға. Бер өс тапҡыр шулай эшләргә. Шунан һөҙөп алырға. Быяла һауытҡа бушатып, һыуытҡыста ун айға тиклҽм һаҡларға була.

Ауыртҡан быуынға, яраға, экземаға компресс итеп йәки салфеткаға һылап, төнгөлөккә бәйләп ҡуйығыҙ.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: