Бөтә яңылыҡтар

Тиҙ генә йоҡлап китәм тиһәгеҙ...

Оҙаҡ йоҡлай алмай ятҡанда, ошо өс кәңәшкә ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ.

Тиҙ генә йоҡлап китәм тиһәгеҙ...
Тиҙ генә йоҡлап китәм тиһәгеҙ...

Түбәндәге ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ

Оҙаҡ ваҡыт боршандап йоҡлай алмай ятҡанда, ошо өс кәңәшкә ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ.

  1. Кипкән ҡомалаҡтан мендәр ҡулланығыҙ. Кемдәр уны файҙалана – ярҙам итеүен инҡар итмәҫ.
  2. Лаванда майын сикәләргә һөртөргә, йә булмаһа һыуға 15-20 тамсы тамыҙып, ванна ҡабул итергә була. Һөҙөмтәле алым икәнен беренсе тапҡырҙан уҡ тойорһоғоҙ.
  3. Өсөнсө ысул: укроп орлоҡтарынан төнәтмә яһап эсеү. 50 грамм орлоҡто кагорға һалып, 5-10 минут талғын утта тоторға. Йоҡлар алдынан 50 грамм тирәһе генә ҡабул итергә мөмкин.

Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Хәйерле төн!

Фото: В. Рәхмәтова.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: