Бөтә яңылыҡтар

Орхидеялар... һарымһаҡ ярата!

Ике тырнаҡ һарымһаҡ хатта иң хәлһеҙ сәскәләрҙе терелтеп ебәрә ала.

Орхидея – бик матур, әммә көйәҙ, нәзәкәтле гөл. Кибеттән һатып алғанда йәки бүләк ителгән сағында ул, ғәҙәттә, шау сәскәгә төрөнгән була. Әммә ваҡыт үтеү менән сәскә атыуҙан туҡтауы, хатта япраҡтары һулый башлауы ихтимал. Бына шундай осраҡтарҙа ябай ғына кәңәш ярҙамға килер.

Ике тырнаҡ һарымһаҡты яҡшы итеп иҙергә һәм 0,5 литр (бүлмә температураһындағы) һыуға һалып бутап, бер тәүлеккә ҡалдырырға. Икенсе көнөнә әлеге һарымһаҡлы һыуға ике литр таҙа һыу өҫтәргә. Иркен һауытҡа ошо һыуҙы ҡуйып, орхидеяларҙы көршәге менән төшөрөргә һәм ике сәғәткә ҡалдырырға. Гөл һауыттарының төбөндә тишектәре булыуы мотлаҡ, шунһыҙ һарымһаҡлы “ванна ҡабул итеүҙең” файҙаһы булмаясаҡ.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: