Бөтә яңылыҡтар

Организмды таҙартыу өсөн һыналған сара

Һөҙөмтәлә холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй. Нисек әҙерләргә? Яҙманы уҡығыҙ: 

Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй...

Һолоноң организмға файҙаһын боронғолар ҙа яҡшы белгән һәм уны үҙ рационында даими ҡулланған. Шулай уҡ һолоноң дауалау үҙенсәлектәре лә элек-электән билдәле. Был рецепттар ҙа борондан һыналған.

  1. Бер стакан һолоно таҙартып йыуырға һәм термосҡа һалып, 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырырға. Һөҙөп алғас, ашар алдынан эсергә. Төнәтмә тиҙ әсеп бара, шуға күрә көнөнөкөн көн дә эсеп бөтөргә кәңәш ителә.
  2. Бер аш ҡалағы бөтәү һолоноң өҫтөнә төнгөлөккә 0,5 литр таҙа һыу ҡойоп ҡалдырырға. Әгәр ҡан баҫымы юғары булһа, бер аш ҡалағы перловка ярмаһы өҫтәргә мөмкин.

Иртәнсәк ошо ҡатнашманы ике минут ҡайнатып, ҡапҡасыгн ябып, тағы 5 минут самаһы быҡтырырға. Уттан алып 10 минутҡа ҡуйып тороғоҙ һәм һөҙөп, әлеге һыуҙы көн дауамында ашар алдынан эсегеҙ.

Ун көн эскәндән һуң шул сама ял итергә.

Һөҙөмтәлә холестерин нормаға килә, биттең төҫө үҙгәрә, организмдан тоҙҙар, шлактар сығарыла. Һоло һыуы бауырҙы, үт юлын, ҡан тамырҙарын таҙарта, йоҡоно көйләй.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: