Бөтә яңылыҡтар

Был тортты һәр кем әҙерләй ала

Тәмле килеп сыға. Ял көндәрендә яҡындарығыҙҙы ҡыуандырып алһағыҙ ҙа була.

Торт эшләү  өсөн 600 грамм прәник, ике банан, 700 грамм ҡаймаҡ, 70 грамм шәкәр пудраһы, 100 грамм шоколад кәрәк.

Әҙерләү:

Прәниктәрҙең ҡайһыһы булһа ла ярай, тик йомшаҡ булһын. Ҡаймаҡтың ҡуйыһын алабыҙ.

Прәниктәрҙе уртаға ҡырҡабыҙ. Бәләкәстәрен шул көйөнсә ҡалдырһаҡ та була. Банандарҙы нәҙек итеп киҫәбеҙ. Ҡаймаҡҡа шәкәр пудраһы һалып бутайбыҙ. Йәйенке тәрилкәгә прәниктәрҙе йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә ҡаймаҡ ҡатнашмаһын ҡоябыҙ. Шунан банандарҙы теҙәбеҙ. Шулай итеп бер нисә ҡат яһайбыҙ, прәниктәр бөткәнсе. Иң өҫтөнә йомроларын һалып һәйбәтләп ҡаймаҡ һөртәбеҙ ҙә, шоколадты иретеп һибеп, биш-алты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ялдарығыҙ күңелле үтһен!

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: