Бөтә яңылыҡтар

Бәүел юлдарында таш нимәнән була?

Был ауырыу кемдәрҙә йышыраҡ осрай?

Бәүел юлдарында таш нимәнән була?
Бәүел юлдарында таш нимәнән була?

 Был ауырыу йәш һәм урта йәштәрҙәге ир-егеттәрҙә  ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 2 – 3 тапҡырға йышыраҡ осрай. Әммә  климакс осоронда гүзәл заттың   бәүел юлдарында таш барлыҡҡа килеү хәүефе бермә-бер арта һәм, ғәҙәттә,  улар көслө затты  ҡыуып етә.  Эш шунда: бала табыу йәшендә  ҡатын-ҡыҙ гормондары  бәүелдә таш барлыҡҡа килеүгә тотҡарлыҡ яһай.

Был ауырыуҙың асылы шунда: бәүел юлдарында тоҙҙар кристалға әүерелә һәм бер-береһенә ҡатлана барып, ҡомға һәм ташҡа әйләнә. Был күберәк бөйөр лаҡанында була,  бик һирәк кенә – бәүел ҡыуығында.

Ҡағиҙә булараҡ, тәүҙә ауырыу үҙен бер нисек тә белдермәй. Бәләкәй таштар  бер – өс аҙнала  үҙҙәре үк бәүел юлы аша сығыуы мөмкин. Ә инде уларҙың ҙурлығы 10 миллиметрға етә икән,  50 процент осраҡта ғына үҙҙәре сыға ала. Таш хәрәкәт итә башлағансы, үҙе хаҡында белдермәй.  Тап хәрәкәт иткән ваҡытта ғына ауыртыу барлыҡҡа килә.

Медицина тикшереүе үткәндә осраҡлы рәүештә генә  уларҙы асыҡларға мөмкин. Был осраҡта, нимә эшләргә һуң, тигән һорау тыуа. Быны уролог хәл итә. Ташы бәләкәй булып, бер ниндәй ҙә ялҡынһыныу һәм ауыртыу тыуҙырмаһа һәм бөйөрҙәр эшмәкәрлегенә зыян килтермәһә, шулай йәшәргә була.  Ҡайһы бер таштарҙы ваҡлайҙар, ә инде ваҡлап та булмаһа, операция менән алалар.

Ауырыуҙың сәбәбе

Нормала бәүелдәге тоҙҙар  иреү хәлендә була. Минералдарҙың алмашыныуы боҙолған осраҡта улар кристаллаша башлай.   Кемдәргә бәүел ташы ауырыуы янай һуң? Таш барлыҡҡа килеүгә нимәләр сәбәпсе була?

  • Матдәләр алмашыныуының нәҫелдән килгән үҙенсәлеге. Әгәр ҙә нәҫелдә кемдер был сир менән ауырыған икән, хәүеф өс тапҡырға арта.
  • Таштар барлыҡҡа килеүҙә күҙәнәктәрҙән ситтә йәшәгән нанобактериялар ҡатнаша. Улар күҙәнәктәр өҫтөнә ултырып, әкренләп башҡа тоҙҙар ҡатламы барлыҡҡа килеүгә этәрә. Был сир менән ауырыусыларҙың күбеһендә ошо нанобактериялар булыуы асыҡланған.
  • Бәүел юлдарының хроник ялҡынһыныу ауырыуҙары, атап әйткәндә, хроник пиеолонефрит. Бына ни өсөн уларҙы  ваҡытында дауалау мөһим.
  • Бәүел ташы ауырыуҙары йыш ҡына матдәләр алмашыныуының боҙолоуына килтереүсе башҡа сирҙәр менән бәйле була.  Уларға  II типтағы шәкәр диабеты,  подагра, псориаз инә.
  • Ҡайһы бер дарыуҙарҙы оҙаҡ ваҡыт һәм йыш ҡулланыу.
  • Бәүелдең кислоталылығы ла мөһим роль уйнай.
  • Таш барлыҡҡа килеүгә организмға В төркөмө витаминының етмәүе лә булышлыҡ итә.
  • Бәүелдә тоҙҙарҙың дөйөм концентрацияһы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул юғары булған һайын, хәүеф арта. Шунлыҡтан күберәк һыу эсергә кәрәк.
  • Организмда магний менән кальцийҙың етмәүе, бөйөрҙәге ялҡыныһыныу процестары, эсәктәрҙәге дисбактериоз да бәүел юлында  таш барлыҡҡа килеүгә этәргес бирә.
  • Бәүелдә лимон кислотаһы тоҙҙары – цитрат етмәүе лә был ауырыуға килтереүе ихтимал.

 

Диагноз раҫланһа, нимә эшләргә?

 

  • Бәүел ҡыуы юлдарында ялҡынһыныу процестарын дауаларға.
  • Химик элементтарға бай булған аҙыҡ-түлекте әҙерәк ҡулланырға.
  • Кристалдарҙы сығарыу өсөн күберәк шыйыҡлыҡ (тәүлегенә 2 л) эсергә.  
  • Тоҙло-боросло аҙыҡтарҙан баш тартырға.
  • Майлы ит ашауҙан һаҡланырға. Ҡуйы һурпа ла ярамай.
  • Эсәктәрҙәге дисбактериозды дауаларға.
  • А төркөмө витаминдарын эсергә, бигерәк тә В6 витамины яҡшы.

 

Үләндәрҙән  бөйөр сәйен, кукуруз емешлеге ауыҙы, бәпембә, бәпкә үләне, талҡан емеште тәҡдим итәләр.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-03-28/b-el-yuldarynda-tash-nim-n-n-bula-3705948?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816 

Автор:
Читайте нас: