Бөтә яңылыҡтар

Аш һеркәһе - ҙур ярҙамсы

Уксусты аш-һыу әҙерләгәндә генә түгел, көнкүрештәге башҡа өлкәлә лә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн түбәндәгеләрҙе белеү кәрәк.

Аш һеркәһе - ҙур ярҙамсы
Аш һеркәһе - ҙур ярҙамсы

Аш һеркәһе - ҙур ярҙамсы

Уксусты аш-һыу әҙерләгәндә генә түгел, көнкүрештәге башҡа өлкәлә лә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Уның өсөн түбәндәгеләрҙе белеү кәрәк.

Кейемдәге тапты бөтөрә. Йыуыр алдынан кейемдәге таплы урынды 10 минутҡа аш һеркәһенә һалып ебетеп алғанда ул еңелерәк таҙара.

Ангина менән сирләгәндә ярҙам итә. Бер стакан һыуға бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушып болғатып, тамаҡты шуның менән сайҡатһаң, һөҙөмтәһе тиҙ күренә.

Сәсте нығыта, ялтырата. Йыуғандан һуң (бер стакан һыуға ярты ҡалаҡ уксус алына), аш һеркәле һыу менән сайҡатҡанда, ул тыңлаусан ята.

Мускулдар ауыртҡанда уксустан компресс эшләргә мөмкин (бер стакан һыуға ике-өс ҡалаҡ уксус ҡушабыҙ ҙа, марляға манып, 20 минутҡа ауыртҡан ергә һалабыҙ).

Тутты бөтөрөү һәләте бар. Болт, сөй кеүек тутланған әйберҙәрҙе уксуслы һыуҙа ҡайнатырға  һәм һыу менән яҡшылап сайҡатырға.

Насар еҫте бөтөрә. Һыуытҡысты, шкафтарҙы уксуслы һыуға манылған сепрәк менән һөртөп алығыҙ – еҫтән бер ни ҡалмаҫ.

Юшҡынды бөтөрә. Сәйнүк эсенә, йыуыу машинаһы барабанына ултырған ташты бөтөрөү өсөн дә уңышлы ҡулланырға мөмкин. Аш һеркәһен сәйнүккә һалып ҡайнатырға һәм кер сайҡатҡанда ла уны өҫтәп өйрөлтөргә кәрәк. Уксус ташты тиҙ иретеп төшөрә.

Кейемдең төҫөн һаҡлай. Уның өсөн йыуыу машинкаһының эсенә ярты стакан уксус ҡойоп ебәрергә була.

Өйҙәге һауаны таҙарта. Еҫтәрҙән арыныу өсөн уны мөйөштәргә һиптереү ҙә етә.

Уксус ярҙамында бумалалағы ҡатҡан буяуҙы иретеп була. Уның өсөн кәрәкмәгән кәстрүлдә уксус ҡайнатып, бумаланы шунда тығып торорға.

Өй ҡырмыҫҡаларынан ҡотҡара. 1*1 нисбәтендә һыу менән ҡатнаштырып, бөжәктәр күп йөрөгән юлға һиптерергә кәңәш итәләр.

Сиҡылдаҡ тотһа, уксусҡа манылған шәкәр киҫәген сәйнәргә мөмкин.

Быяланы, пластикты һәм хромды ялтырата. Уксусты һыуға ҡушып (тигеҙ өлөштә алына), бысранған урындарҙы һөртөргә.

Сәскәләрҙең ғүмерен бер аҙға оҙайтайым тиһәгеҙ, вазалағы бер литр һыуға ике ҡалаҡ уксус ҡойоп ебәрегеҙ.

Аяҡтағы бәшмәкте бөтөрә. Бер нисә көнгә бер уксуслы һыуҙа (1*5 нисбәтендә) 15-20 минут аяҡтарҙы тығып ултырырға.

Һыу ағып төшкән торба юлын таҙарта. 3\4 стакан сода һәм 1\2 стакан уксусты һалғас, 30 минуттан өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: