ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Март 2024, 12:46

Шытымдар һуған менән йомортҡа ҡабығын ярата

   

Шытымдар һуған менән йомортҡа ҡабығын яратаШытымдар һуған менән йомортҡа ҡабығын ярата
Шытымдар һуған менән йомортҡа ҡабығын ярата

Февраль-март айҙары - баҡса миҙгеленә әҙерләнеү, орлоҡ сәсеп, үрсетмәләр үҫтереү осоро. 

Ә үрсетмәләр тәрбиә талап итә. Өйҙә ҡул аҫтында булған һуған һәм йомортҡа быға бик ярап ҡала. Һуған төнәтмәһе файҙалы булыуҙан тыш шытымдарға дезинфекция ла яһай. Ул былай әҙерләнә: 

Биш литр һыуға 20 грамм һуған ҡабығы һалып, бер нисә көн төнәтергә. Һуңынан һөҙөп алырға ла аҙнаһына ике тапҡыр һибергә.

Йомортҡа ҡабығын иһә былай ҡулланырға:

Өс литрлы банканың өстән ике өлөшөнә йомортҡа ҡабығы тултырып, өҫтөнә йылы һыу ҡойоп дүрт көн тоторға. Унан 1:3 нисбәтендә һыу ҡушып болғатып шытымдарға һибергә. 

Лилиә Нуретдинова фотоһы.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-108059954_9727

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас