ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
27 Март 2024, 12:48

Ә һеҙ бәлеш бешерәһегеҙме?

Ҡош ите менән бигерәк тә татлы һәм тәмле була.

Ҡамыр өсөн:
200 г аҡ май (иретелгән)
200 мл йылы һыу йәки һөт
Бер балғалаҡ тоҙ
Бер аш ҡалағы шәкәр
он
Эслек өсөн:
0,5 - 1 кг ит (ҡош ите менән бигерәк татлы була бәлеш)
0,5 - 1 кг бәрәңге
2 баш һуған
әҙерәк аҡ май
тоҙ, борос
Әҙерләү:
Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлергә.
Иң ҙурын йәйеп, табаға һалырға. Уға эслекте бушатып, икенсе өлөшө менән ҡапларға, остарын тоташтырырға.
Тағы ла бәләкәй йәймә менән бәлештең өҫтөн биҙәргә.
Бәлештең уртаһындағы тишекте йомроҡас менән ҡапларға.
190 градусҡаса ҡыҙған мейестә 1,5-2 сәғәт бешерергә.
1,5 сәғәттән һуң бәлеште сығарырға, өҫтөндәге "ҡапҡасын" асып, ярты стакан ҡайнар һыу (уға ҡаҙ майын ҡушып ебәрһәң дә була) йәки һурпа ҡойорға.
 Бәлештең өҫтөн аҡ май менән һылап сығырға (ҡамыры ҡаты булмаҫ).
Бәлеште ҡурғаш менән ҡаплап, йәнә 30 минут бешерергә.
Байрам табынының биҙәге булырҙай татлы, һутлы ла ҙур бәлеш әҙер.
Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас