ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Март 2024, 11:32

Тире ауырыуҙарынан ярҙам итә

Был маҡсатта һарымһаҡ кремын эшләп ҡалығыҙ.

Тире ауырыуҙарынан ярҙам итәТире ауырыуҙарынан ярҙам итә
Тире ауырыуҙарынан ярҙам итә

Тәнде сөйәл баҫып китһә йә төрлө папилломаларҙан ҡотолорға теләһәгеҙ, һарымһаҡтан крем эшләп алығыҙ. Бының өсөн хәҙер яҡшы мәл – һарымһаҡтың көслө сағы. Шулай итеп 1 сәй ҡалағы ваҡ итеп төйөлгән һарымһаҡҡа 2 сәй ҡалағы ҡул кремын ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Артабан...
Шулай итеп 1 сәй ҡалағы ваҡ итеп төйөлгән һарымһаҡҡа 2 сәй ҡалағы ҡул кремын ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Уны мамыҡҡа йә бинтҡа һалып, сөйәлдәр булған урынға ҡуйып, бәйләп ҡуйығыҙ. 3-4 сәғәттән алабыҙ һәм крем һөрткән урынды һабынлап йыуып алабыҙ. Һарымһаҡ кремын 3 – 6 аҙна дауамында һөртөргә була. Һау-сәләмәт булайыҡ!

 

Сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.

Автор:
Читайте нас