ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
25 Март 2024, 06:28

Хәтерҙе яҡшыртайыҡ

Был төнәтмәне бер нисә ай дауамында эсһәң, тамырҙар таҙара ҡан баҫымы нормалаша, хәтер яҡшыра.

Хәтерҙе яҡшыртайыҡХәтерҙе яҡшыртайыҡ
Хәтерҙе яҡшыртайыҡ

Был төнәтмәне бер нисә ай дауамында эсһәң, тамырҙар таҙара ҡан баҫымы нормалаша, хәтер яҡшыра. 

 

Уны эшләү өсөн 1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы бал, 1 литр ҡайнар һыу алына. 

 

Лимонды ҡабығы менән бергә иҙегеҙ (блендер йәки ит турағыс аша үткәрегеҙ). 

Һарымһаҡты ла шулай уҡ иҙегеҙ. 

Быларҙы ҡайнап, йылымыс булғансы һыуытылған һыуға һалабыҙ ҙа 1 балғалаҡ бал өҫтәйбеҙ. 

Унан был дауаны 3 көн төнәтәбеҙ ҙә марля аша һөҙәбеҙ. 

Дауаны ашағандан һуң көнөнә 3 тапҡыр 1-2 аш ҡалағы ҡабығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:
Читайте нас